Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала социаль торлаҡҡа ҡытлыҡ ҙур


Республикалағы күп балалы ғаиләләрҙең 60 проценттан ашыуы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.

Әле Өфөлә төҙөлгән 4 фатирҙың 3 ҙур майҙанлы, ҡиммәтле фатирҙар. Шул уҡ ваҡытта башҡалала 17 меңдән ашыу ғаилә йылдар дауамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта тора. Әле күптәрҙең ҡулаҡсаға түгел, ипотекаға ла фатир һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Был тәү сиратта банктар ҡуйған шарттарҙың үтә ҡатмарлылығына бәйле. Хөкүмәт премьер-министры билдәләүенсә, демография, һаулыҡ һаҡлау, йәштәрҙе тәрбиәләү, йәшәү кимәлендәге проблемаларҙы ентекле өйрәнгәндән һуң улар нигеҙендә торлаҡ мәсъәләһе ятыуы асыҡлана.
XS
SM
MD
LG