Accessibility links

Ҡараңғлыҡта ҡалған Нефтекама


Нефтекама властәре электр энергияһы өсөн иҫәпләшә алмау сәбәпле сетерекле аҙымға барырға мәжбүр.

Ҡаланың Башкирэнерго йәмғиәтенә 5 миллион һум бурымсы йыйылған. Урындағы совет депутаттары бурыстарҙы кәметеү өсөн ҡала урамдарын төнгөлөккә яҡтыртыуҙы туҡтатыу тураһында ҡарар иткән. Йәғни төнгө 1-ҙән таңғы 5-кә тиклем Нефтекама урамдарында ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. Был айырыуса төнгө сменала эшләүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ҡараңғы урамдар араһында милицияға ла эш күбәйгән, сөнки енәйәтселек һаны арта бара.

Көндәр йәйгесәме, әллә көҙгөсәме һаман да йылы тора. Яңы йылға 3 аҙна ғына ҡалһа ла күптәр уны әле генә тип ҡабул итә алмай. Ҡар булмағас ниндәй яңы йыл инде ул ти улар. Шулай ҙа Өфө майҙандарында шыршылар ултыртыла башланы. Ошо көндәрҙә шыршы менән сауҙа иткән баҙарҙар ҙа эш башлаясаҡ.

Өфө халҡына урман ҡупшыҡайҙарын һатыусылар араһында Белорет урмансылары ла бар. Инйәр урмансылығы етәксеһе Мансур Сәйғәфәров әйтеүенсә, 2 метрғаса шыршының хаҡы 120, оҙонорағы 220 һум. Әлбиттә Өфөгә килгәнсе аралашсылар уның хаҡын бермә-бер күтәрәсәк. Мансур Сәйғәфәров әйтеүенсә, шыршы һатыуҙан тәбиғәткә зыян артыҡ килмәй. Сөнки уңайһыҙ урындарҙа үҫкәндәрҙе, газ торбалары һуҙылған урындарҙы таҙартыу өсөн һәм урмандарҙы һирәкләү маҡсатында ҡырҡалар.

XS
SM
MD
LG