Улар Башҡортостан һәм Германия дуҫлығы йылына арналған сараларҙа ҡатнаша. Быйылғы йыл ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек девизы аҫтында үткәреү тәҡдиме менән “Башҡортостан – Германия” йәмәғәт ойошмаһы сыҡҡайны, ул республика президенты тарафынан да хуплау тапты.
Өфөгә эш сәфәре менән Германияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Вальтер Шмид етәкселегендәге делегация килде.