Accessibility links

Кайнар хәбәр

Йөҙйәшәрҙәрҙең күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар


Халыҡ иҫәбен алыу компанияһына әҙерлек барышында йөҙ йәшәр кешеләр исемлеге лә төҙөлә.

Йөҙйәшәр инәй-олатайҙар Башҡортостан өсөн ят күренеш түгел. 2002-се йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәштәре йөҙҙе уҙған ике йөҙгә яҡын кеше бар ине. Оҙон ғүмерлеләрҙең күптәре ҡатын-ҡыҙҙар. Ауырғазы районының Турҫәғәҙе ауылында йәшәүсе Йәмлихә Йәғәфәроваға, мәҫәлән, 103 йәш.

22 йәшендә Мөхәммәт исемле егеткә тормошҡа сығып алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Йәмлихә инәйгә бик күп бала ҡайғылары күрергә тура килә, бер-бер артлы 6 балаһының бишәүһен юғалта. Һуғыш башланғас ирен фронтҡа оҙата һәм унан ни бары ике генә хат алып өлгөрә.

Тормош иптәше Курск дуғаһында һәләк була. Йәмлихә инәй ҡыҙы Ләләне һәм иренең үгәй туғандарын ҡарап үҫтерә. Бөгөнгө көндө кинйә ҡыҙы Ләлә апай менән ғүмер кисерә.
XS
SM
MD
LG