Республикала тағы ла һалҡын көндәр урынлашты. Һалҡын һауа торошо республика биләмәләрендә аҙна дауамында һаҡланасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Уртаса һауа температураһы төндә 18-23 градус, көндөҙ 13-18 градус һалҡын. Иртәгәнән республикаға көнъяҡ циклоны ҡарлы бурандар алып килер, тип көтөлә. Ел секундына 23 метрға тиклем иҫәсәк.
Башҡортостанда сәйәси климат та һалҡынса ғына тора. Һайлауҙарға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалһа ла, көсөргәнешлек һиҙелмәй. Һәр хәлдә кире хәбәр мәғлүмәт сараларына тиклем барып етмәй. Урындағы һайлауҙар хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Сөнки Президент һайлауына республика Президенттың кем буласағы билдәле булһа ла иғтибар бик етди. Бойондороҡһоҙ социологик тикшереүҙәр үҙәге тағы ла бер тапҡыр йәмәғәт фекерен белешкән. Респонденттарҙың 74 тә 5 проценты Рәсәй президенты вазифаһына кандидат, беренсе вице-премьер Дмитрий Медведев өсөн, 9 ҙа 7 проценты коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов, 5 тә 8 проценты ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский, 0 дә 8 проценты Андрей Богданов өсөн тауыш бирергә ниәтләй. Беҙ ҙә һеҙ кем өсөн тауыш бирәсәкһегеҙ тигән һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Башҡортостанда мәғлүмәт ябылыуы, айырыуса шундай мөһим ваҡиғалар алдынан һәр кемгә мәғлүм. Элегерәк Чечнялағы хәлдәр тураһында анда-бында- яҙыла ишетелә торғайны. Хәҙер инде был турала бер нимәлә юҡ.