Республикала ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән

Көндәр йылытыу менән бурандар тағы ла көсәйҙе. Ҡала хакимиәтенән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ төндәрен дә ҡала урамдарын таҙарта тигән хәбәре ысынбарлыҡҡа тап килмәй сыҡты. Азатлыҡ радиоһы хәбәрсеһе иртәнге биштәрҙә Өфөләге иң ҙур урам-Салауат проспекты буйлап үтеп бына ошондай һығымтаға килде. Бурандар сәбәпле, Көйөргәҙе районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Юлдар ябыҡ, транспорт йөрөмәй. Көйөргәҙегә шылтыратып беҙ ғәҙәттән тыш хәл тураһында һораштыҡ.