Кем ғәйепле?

Башҡаланың Софья Перовская урамындағы 48-се йорт ихатаһында урынлашҡан ер аҫты гаражында авария-ҡотҡарыу эштәре тамамланды. Гараждағы машиналарҙы төҙөкләндереү мөмкин түгел. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре килеп тыуған хәлгә төрлөсә баһа бирә. Беренсе сиратта, төҙөлөш барышында архитектура талаптары тейешенсә күҙәтелмәгән, тип билдәләй улар.
Былтыр гараждың ҡыйығы һүтелгән, нығытылған. Ҡыйыҡты ҡарҙан ваҡытында таҙартмау һәм уның өҫтөнә машиналар ҡуйыу ҙа техник талаптарға яуап бирмәгән, ти белгестәр хәҙер килеп.Шаһиттарҙың да үҙ фекере бар. Эргәләге бер йортта йәшәүсе Нияз Мәһәҙиев ишек алдына сығып баҫа, ер тетрәгән кеүек булды, ти ул. Фажиғә урынында республика президенты ла булып китте. Ул уның сәбәптәрен асыҡлауҙы күҙәтеүгә аласағы тураһында белдерҙе.