Наркотиктарҙы күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт ойошторолоуға биш йыл

Бөгөн ошо уңайҙан башҡаланың йәштәр театрында тантаналы йыйылыш үтте. Республика идаралығы йылдан-йыл үҙ эшмәкәрлеген камиллаштыра барған хеҙмәттәрҙең береһе. Үткән биш йылда наркотиктарҙы законһыҙ әйләнештән алыу буйынса 7 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған, 4 меңдән ашыу осраҡта наркополиция хеҙмәткәрҙәре уны һатыуҙы иҫкәрткән. Республика биләмәләренә контрабанда юлы менән наркотиктар индерелгән 11 канал ябылған. 229 наркопритон үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Наркобизнестан алынған килемде легалләштереү буйынса 76 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 825 килограмм наркотик тартып алынған. Шулай уҡ офицерҙар 3,4 тонна көслө тәьҫир итеүсе, 246 кг ағыулы мәтдәләр тартып алған.