Республиканың айырым райондарында үлән яна

Бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәэмин итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә - тәбиғи янғындарҙы һүндереү һәм янғын сығыу йәһәтенән хәүефле һаналған иҡтисади объекттар биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеүсе локаль системаны урынлаштырыу ине.

Республикала 50-гә яҡын урында үлән яна. Бындай янғындар электр бағаналары, трансформаторҙар эшенә хәүеф менән янай. Бөрө районы Березовка ауылы янында ла яландарҙа кипкән үлән яна. Уҙған аҙнала ошо арҡала бер нисә ауылда янғын хәүефе килеп тыуған. Ярҙамға Благовещен, Бөрө ҡалаларынан янғын һүндереү отрядтары саҡырылған. Айырым ҡала һәм райондар биләмәләрен ут ялмап алғанда яғын һүндереүселәр был хеҙмәттең 359 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Улар башҡала майҙандарында балалар менән осраша, уларға янғын һүндереү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй. Ошондай саралар 30-сы апрелгә тиклем башҡаланың 14 майҙансығында ойоштороласаҡ. Янғын һүндереү хеҙмәте вәкиле Сабит Ҡырымбаев.