Өфө ҡалаһы прокуратураһы 27 йәшлек егеткә ҡарата ғәйепләү ҡарарын раҫланы. Ул гараждарҙан мөлкәт урлауҙа ғәйепләнә. Туғыҙ ай дауамында енәйәтсе башҡаланың төрлө райондарында гараждарҙан һәм ер аҫты гараждарынан автомагнитолалар, тәгәрмәстәр урлаған. Өфө прокуроры ярҙамсыһы Илдар Ғилманов әйтеүенсә, енәйәт эше сиктәрендә зыян күреүселәрҙән 3 миллион һумлыҡ дәғүә белдерелгән.