Республикала балыҡсылыҡ ваҡытлыса тыйылды

Был балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәскән осоро етеүенә бәйле. Әлегә тик Павловка һыуһаҡлағысында ғына күпләп балыҡ тоторға мөмкин. Уныһы ла 10-сы майға тиклем генә. Был осорҙа балыҡсылыҡ менән кәсеп иткән барлыҡ хужалыҡтар ҙа үҙ эшен туҡтатып торорға мәжбүр. Моторлы һыу транспортын ҡулланыу шулай уҡ рөхсәт ителмәй. Ә бына ярҙан балыҡ ҡармаҡларға мөмкин. Браконьерҙарға ҡаршы көрәшкә быйыл милиция хеҙмәткәрҙәре, омон да йәлеп ителгән. Оператив төркөмдәр Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Сим, Инйәр буйҙарында, Павловка, Ҡарман, Йомағужа, Нөгөш, Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстарына алып барған юлдарҙа дежур итә, ти балыҡсылыҡ буйынса Урта Волга дәүләт комитетының Башҡортостан буйынса бүлеге белгесе Рәлим Хажиев. Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған йылда республикала закондан тыш балыҡ менән кәсеп итеүселәргә ҡаршы 345 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рейдтар әле башлана ғына, әммә әле үк 10 кешегә енәйәт эше асылған, 150 протокол төҙөлгән. Һыуҙағы биоресурстарҙы законһыҙ ҡулланыусыларға 100 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған, йәки хоҡуҡ боҙоусы 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Республикала балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү яҡынса 40 көнгә сикләнгән.