Шишмә районында бысаҡ менән ҡоралланған 22 йәшлек егет ҡулға алынды. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул кибетте талаған. Әммә йыраҡ китеп өлгөрә алмаған. Шулай итеп, уға 9 мең һум аҡсаны һәм кеҫә телефонын кире кибеткә ҡайтарып бирергә тура килгән. Ҡулға алыныусы бындай аҙымын эскелек менән аңлатҡан.