Һарытау башҡорттары һабан байрамына йыйылды. Сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Өлкәләге иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе–Перелюб районы Күсембәт ауылына –210 йыл, иртәгә ошо уңайҙан байрам ойошторола. Һарытау башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Зөфәр Хәкимов әйтеүенсә, Күсембәттә юбилей тантаналары сиктәрендә мәсет асыласаҡ. Бөгөн республиканың бер-нисә районында ла һабантуйҙар үтә.