Хәбиров эшенең аҙағы күренмәй

Республикалағы һуңғы яңылыҡтар коррупция һәм уның күренештәренә бәйле.
Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, Мортаза Рәхимов Радий Хәбировты вазифаһынан бушатып яңы оппозиция хәрәкәтенә нигеҙ һала. Ул арала Хәбиров эшенә бәйле яңы мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә. Президент хакимиәтенең элекке етәксеһе әшнәләренә бушлай фатирҙар биреүе тураһында хәбәр ителгәйне инде. Ышаныслы сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Мортаза Рәхимов ошондай юл менән бирелгән ике фатирҙы дәүләт файҙаһына тартып алырға ҡушҡан. Ул фатирҙарҙың хужаларының исем-шәрифтәре әлегә билдәле түгел.

Сәйәси аналитиктар республикала коррупцияға ҡаршы көрәш ҡоршауы артында Башҡортостан етәксеһе булыу өсөн көрәш башланды, тип белдерә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров парламент президиумы ултырышында сығыш яһап Радий хәбиров республикаға һуғыш иғлан итте, тип белдерҙе. Кисә йәғни етенсе июль Радий Хәбировтың парламент рәйесе Константин Толкачевты һәм депутат Рафаил Зиннуровты мәхкәмәгә биреүе тураһында мәғлүм булды. Улар республика телевидениеһында сығыш яһап президент хакимиәте етәксеһе булып эшләгәндә Радий Хәбиров вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған тип белдергәйне.