Башҡортостан хөкүмәте ултырышында республиканың кадрҙар әҙерләүҙе камиллаштырыу һәм сәләмәтлек илкүләм проекты үтәлеше тикшерелде.
Кәңәшмәне хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы. Иҡтисад тармаҡтарының үҫеше, яңы предприятиелар асылыуы һәм ундағы структур үҙгәрештәр кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә дәүләт һәм хеҙмәт баҙарының йоғонтоһон көсәйтеүҙе, был йәһәттән оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән күҙаллау программалары индереүҙе талап итә.
Ошоно иҫәпкә алып, хөкүмәт ҡарамағындағы ведомство-ара координация советы сиктәрендә иҡтисад тармаҡтары һәм социаль өлкәне кадрҙар менән тәьмин итеү өлкәһендә 2010 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк сәйәсәте концепцияһы һәм кадрҙар әҙерләүҙе күҙаллау һәм дәүләт көйләүе хаҡында положение раҫланған. Бынан тыш, профессиональ белем биреүҙе үҫтереү буйынса 2012 йылға тиклем иҫәпләнгән ведомство-ара саралар планы әҙерләнә. Ултырышта Хөкүмәт премьер-министры уны раҫлауҙы ашыҡтырырға саҡырҙы.
Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ Башҡортостанда сәләмәтлек илкүләм проектының үтәлеше лә тикшерелде. Был мәсьәлә буйынса һаулыҡ һаҡлау министры урынбҫары Зөфәр Мортазин сығыш яһаны. Докладсының белдереүенсә, милли проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуы халыҡ һаулығын сағылдырыусы төп күрһәкестәрҙә сағыла. Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда быйыл да күп эштәр башҡарыласаҡ. Был маҡсатта республика бюджетынан 30, федераль үҙәктән 14 миллиард һум аҡса бүленгән.