12 июндә Белоруссияның Витебский ҡалаһында “Славян баҙары” сәнғәт фестивале башлана.
17-се халыҡара форумға донъяның төрлө тарафтарынан коллективтар ҡатнашыуы көтөлә. Әле ойоштороусылар дүрт тиҫтәгә яҡын ғариза ҡабул иткән. Улар араһында Индонезия, Венесуэла кеүек илдәр ҙә бар. Фестивалдең гала-концертында Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин ҡатнаша. Уның белдереүенсә, композиция менән бергә башҡарыласаҡ.