Балалар йорто һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән сығарылыш уҡыусыларын торлаҡ менән тәъмин итеү маҡсатында быйыл республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса бүленгән.
Фатир асҡыстары 59 кешегә тапшырыласаҡ. Республика законы буйынса, бер үҙе йәшәгән етем 33 квадрат метр торлаҡ майҙанына, ике кешелек ғаилә 42 квадрат метрға дәғүә итә. Ғаиләнең һәр өҫтәмә ағзаһына 18 квадрат метр тейеш. “Етемдәргә торлаҡ” акцияһы Өфөлә 2006 йылдан башлап үткәрелә. Тантананың үҙ йолалары ла бар - яңы фатир хужаларына асҡыс, ордер, башҡа документтар менән бергә, ҡала символын сағылдырған бәхет юраусы һуҫар, сәк-сәк тапшырыла. Фатирҙар мебель, башҡа кәрәк-яраҡ менән дә йыһазландырыла. Ә Өфө нефть-техник университетында тағы ла бер йола барлыҡҡа килде - уҡыу йортон тамамлаған социаль етемдәр һаҡлыҡ кенәгәһе менән дә бүләкләнә.