Республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр арта

Республика хөкүмәтендә бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәъмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Йыл башынан республикала 2 мең 291 яғында 167 кеше һәләк булған. Үткән тәүлектә сыҡҡан янғындарҙа ғына күрелгән зыянды белгестәр 800 мең һумға баһалай. Ултырыш ябыҡ ишектәр артында үтте. Үткән ял көндәрендә республикала 5 кеше һыуҙа батып үлгән. уларҙың барыһы ла ир-егеттәр. Һәләк булыусыларҙың берәүһенең кәүҙәһе әле табылмаған. Дөйөм статистика буйынса, һәләк булыусыларҙың 80 проценты спиртлы эсемлектәр эскән ир-егеттәр. Шулай уҡ яр ситендә ата-әсәләрҙең балаларына иғтибар бирмәүе лә фажиғаға килтерә.