Бөгөн Милли батырҙың тыуған яғында Салауат районы Лағыр ауылында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернат сафҡа индерелде.
Ул 60 урынлыҡ, интернаттағы бүлмәләр ике-дүрт балаға иҫәпләнгән, ошонда уҡ улар медицина ярҙамы аласаҡ. Мәктәп директоры Нәғим Хажиморатов әйтеүенсә, бында 58 бала тәрбиәләнә. Мәктәп уларҙың физик мөмкинлектәрен иҫәпкә алып уңайлыҡтар тыуҙырып һалынған.
Республика хөкүмәте премьер министры Раил Сарбаев янғындар артыуға, уларҙа кешеләрҙең күпләп һәләк булыуына, һыуҙа батыусылар артыуға борсолоу белдерҙе. “Йыл һайын Башҡортостанда 5 мең урында янғын сыға. Быйыл үткән алты айҙа ғына утта 160 кеше һәләк булған, уларҙың 17-һе балалар”, тине Раил Сәлих улы. Раил Сарбаев мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.