Республикалала йорт һәм ҡыр сусҡаларының Африка тағуны менән сирләүен иҫкәртеү маҡсатында ғәҙәттән тыш комиссия ойошторолдо һәм саралар планы раҫланды.
Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы Ырымбур өлкәһенән йөктәр ташыуҙы ҡаты күҙәтеүгә алды. Ветеринар хеҙмәткә өлкәнән Башҡортостанға килеүсе транспортҡа дизефекция үткәрергә ҡушылды. Республикала сусҡасылыҡ хужалыҡтары ябыҡ режимға күсерелде.
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Көйөргәҙе районында айырыуса етди саралар күрелә. Ырымбур менән сиктәш Көйөргәҙе районында ветеринарҙар эше махсус режимға күсерелде, был аҙнала улар өсөн семинар ойошторола, артабан иһә ветеринария хеҙмәте белгестәре халыҡ араһында эш башлаясаҡ. Ырымбурҙан малсылыҡ продукцияһын ғына түгел, ҡауын-ҡарбуз сығарыу ҙа тыйылған.