Яңы уҡыу йылын һәр кем үҙенсә көтә.
Берәүҙәр шатланып-ҡыуанып балаһын ҡулына гөлләмәләр тоттороп мәктәпкә илтер көнгә түҙемһеҙләнһә, икенселәре тештәрен ҡыҫып белем усағында балаһы кейер кейем әмәлен йүнләй.
Мәктәптәрҙә берҙәм мәктәп формаһы бөтөрөлгәндән һуң бай һәм ярлы синыфҡа бүленгән балаларҙың ата-әсәһе нисек тә булһа яҡшыраҡ кейендерергә тырыша. Ә был ябай мәсьәлә түгел - хаҡтар эттән дә былай тешләшә. Шул уҡ балалар кейеменә хаҡтар ололарҙыҡынан һис тә ҡалышмай, хата артып та китә. Азатлыҡ радиоһы хәбәрсеһе үҙе лә быйыл 3-сө синыфҡа барасаҡ ҡыҙҙың атаһы. Йәғни хаҡтарҙы беләбеҙ беҙ. Мәҫәлән, ртаса сифатлы, әммә хәҙер «модный» итәктәр 950-1000 һумдан кәм түгел. Ошондай уҡ сарафандар мең һумдан ашып китә.
Итек, туфлиҙар менән дә шундай хәл. Дәфтәр, юйғыс, мәктәп сумкаһы ла модный артистар менән биҙәлгәндән һуң ике- өсләтә ҡиммәт. Был көндәрәҙә Өфөлә Мәктәп баҙарҙары эшләй. Уларҙа ла хаҡтар тауыҡ көлөрлөк. Ҡыҫҡаһы балаңды ҡәнәғәт йөҙ менән белеем усағы тупһаһы аша уҙғарыу өсөн кәм тигәндә 15-20 меңеңде сығарып һалырға кәрәк.
Ә Өфөлә күптәрҙең эш хаҡы быға етмәй. Йәштәрҙең, ә улар тап кесе синыф уҡыусыларының ата-әсәһе, күбеһе аҡса түләп Кеше фатирында көн күрә. Уйлап ҡарағанда, 15 меңде фатирға түлә, ҡалған аҡсаға ай буйына йәшә, өҫтәүенә балаңды мәктәпкә кейендер. 1-се сентябрь кемдер өсөн байрам көнө, кемгәлер бөлгөн көнө булып сыға түгелме.
Быйыл республикала беренсе класҡа 42 меңдән ашыу бала бара. Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге етәксеһе Рәшиҙә Күсәбәева әйтеүенсә, быйыл аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән беренсе синыфҡа барыусылар өсөн 5 миллион һум аҡса бүленгән. Сама менән ошондай ғәиләнән һәр балаға 825 һум тура килә. Ошо суммаға уларҙың ата әсәләре беренсе синыф уҡыусыһына кәрәкле тупланма һалынған портфель алырға тейеш.