Белем көнө йортҡа тыныслыҡ теләйәсәктәр

Яңы уҡыу йылын республика мәктәптәре “Һинең йортоңа тыныслыҡ” тигән синыф сәғәте менән башлаясаҡ.
Был турала мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге етәксеһе Рәшиҙә Күсәбаева “Комсомольская правда” газетаһында уҙған матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Матбуғат конференцияһында журналистарҙың һорауҙарына мәғариф министрлығы һәм башҡаланың мәғариф идаралығы белгестәре яуап бирҙе. Быйылғы уҡыу йылына Башҡортостанда 49 белем биреү учреждениеһы асыла.

Быйылғы 1-се сентябрь дүшәмбегә тура килә. Әммә мәғариф министрлығы вәкилдәре белем көнө һәр ваҡыттағыса оло байрамға әйләнер тип ышана. Балалар өсөн һәр мәктәптә класс сәғәттәре үтәсәк. Быйыл тәүге дәрес тыныслыҡ темаһына арнала.