Яңауыл районында эпидемияға ҡаршы саралар дауам итә.
Төбәктә 11 кеше дауаханаға оҙатылғайны, тәүге анализдар себер түләмәһе диагнозын раҫланы. Ветеринария белгестәре, табиптарҙан торған оператив төркөм Ямаҙин ауыл шураһына ҡараған алты ауылда 600-ҙән ашыу йорт-ихатаны тикшереп сыҡҡан, сир сығанағы менән 101 кешенең бәйләнештә булыуы асыҡланған, улар медицина күҙәтеүе аҫтына алынған.
Инфекцияның таралыу сиген билдәләү өсөн Яңауылға күсмә лаборатория килде, ул әлеге ваҡытта ла районда эшләй. Урал ауылында карантин иғлан ителгән. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рәсимә Күсемова әйтеүенсә, профилактик саралар Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау буйынса федераль хеҙмәт күҙәтеүе аҫтында алып барыла.