Республикала маршрут автобустары йөрөтөүселәрен эшкә алғанда уларҙың наркотик ҡулланыу-ҡулланмауы тикшереләсәк.
Хеҙмәт килешеүенә ошо туралағы пункт өҫтәләсәк. Был турала наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышында ҡарар ителгән. Дәүләт наркоконтроль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, руль артында ултырыусылар араһында наркотик ҡулланыусыларҙың күпләп осрауы эш биреүселәрҙе ошондай аҙымға барырға мәжбүр итә. Былтыр әфиүн ҡулланған 119, быйыл ярты йылда ғына 86 водитель тотолған. Уларҙың күптәре ситтән килгән гастарбайтерҙар булыуы асыҡланған.
Сит дәүләттән килеп Өфөлә юлсылар ташыу менән шөғөлләнеүселәрҙе хәҙер Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ла тикшерә. Идаралыҡтан белдереүҙәренсә, һуңғы ваҡытта авариялар һанының артыуы автобустарҙа тап ситтән килгән гастарбайтерҙарҙың эшләүе менән аңлатыла.