Депутаттар 131-се ҡанунды камиллаштырырға тәҡдим итә

Өфөлә бөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы етенсе ултырышы уҙҙы.
Депутаттар был ултырышта ла тиҫтәләрсә ҡанун проектын ҡараны. Республиканың алдағы өс йылға иҡтисади үҫеш планы, республиканың 2009 йылға бюджеты тураһындағы ҡанун проекты раҫланды, мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджетына ҡағылышлы ҡанун проекты раҫланды. Республикала 131-се федераль ҡанун үҙ көсөнә инеү сәбәпле, муниципаль берәмектәр һаны ҡыҫҡартыла.

Ошо уңайҙан Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай ултырышында Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошо һәм ауыл биләмәләренең сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы закон проекттары тәүге уҡыуҙы үтә. Яңыраҡ үткән һайлауҙарҙа ҡайһы бер ауылдар берләшеүгә ҡаршы ине.

Шуға ла Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зөфәр Еникеев әйтеүенсә, муниципаль берәмектәрҙең эшен камиллаштырыу маҡсатында депутаттар Дәүләт Думаһына ҡунуни тәҡдим менән сығыш яһарға иҫәп тота. Зөфәр Еникеев билдәләүенсә, 131-се федераль ҡанун тулыһынса камил түгел. Унда төбәктәр үҙенсәлектәре иҫәпкә алынып бөтмәгән.