Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында эшһеҙҙәр арта

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлеге рәйесе Рәшиҙә Искәндәрова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында эшһеҙлек артыуға борсолоу белдерҙе.
Бының төп сәбәбен ул гүзәл заттарҙың үҫергә теләмәүендә күрә.Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, хәҙер заманса технологиялар ососронда ҡатын-ҡыҙға бик ауырға тура килә. Ҡул эшен техника алмаштырғас, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар эштән китергә мәжбүр.