Сара мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының “Рәсәй төбәктәре башҡорттары” тип аталған проекты сиктәрендә ойошторола.
Уның маҡсаты – халҡыбыҙҙың үҙаңын күтәреү, туған телде һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү. Әлеге ваҡытта милләттәштәребеҙҙең 30 проценты республиканан ситтә йәшәй. Башҡортостан республикаһы башҡорт халҡының тыуған ере һәм донъялағы берҙән-бер Ватаны.
Шуға милләттәштәребеҙҙең телен, мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар дәүләт сәйәсәтенең даими иғтибар үҙәгендә. 2002-се йылдағы хлыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ырымбур өлкәһендә 53 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Күрше өлкә һәм Башҡортостан араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә 1996-сы йылда ҡул ҡуйылған ине.
Башҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк мәҙәниәт көндәрендә Ырымбур өлкәһе башҡорттарынан абруйлы делегация көтөлә. Сара сиктәрендә Милли музейҙа түңәрәк өҫтәл, Башҡорт дәүләт филармонияһында күргәҙмә ойошторола. Мәҙәниәт көндәре Ырымбур өлкәһе ижади коллективтары әҙерләгән гала-концерт менән тамамланасаҡ.