“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәнов республика премьер- министрына ксенофобины иҫкәртеү буйынса ҡәтғи саралар күрергә һорап мөрәжәғәт итте.
“Беҙҙе Башҡорто Дәүләт университетының ике студентын үлтереү тетрәндерҙе. Башҡорт ҡыҙҙрын үлтереү ксенофобия, нацист идеологияһын үҙ иткән енәйәтселәр тарафынан үлтерелеүе ихтимал”, тигән Риф Иҫәнов.
Уның мәғлүмәттәренә ҡарағанда, интернетта башҡорт сәхифәләрендә оҙайлы ваҡыт дауамында башҡорттарға ҡаршы пропаганда барған. Унда ҡайһы берәүҙәр башҡорттарҙы етлекмәгән милләт тип баһалауҙан да тартынмаған. Башҡорт ҡыҙҙарын үлтереү ошондай идеология һөҙөмтәһе булыуы ихтимал тигән Риф Иҫәнов. “Урал” башҡорт хлыҡ үҙәге етәксеһе рәсми хакимиәттән тиҙ арала енәйәтте асыҡлауҙы һәм интернетта айырым милләткә ҡарата яла яғыуҙы туҡтатыу буйынса ҡәтғи саралар күреүҙе талап итә.
Башҡорт Дәүләт Университетында уҡыусы ике башҡорт ҡыҙының кәүҙәһе мосолман зыяратынан йыраҡ түгел табылғайны. Республика буйынса эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт шураһы енәйәтте асыҡлауҙа ярҙам итеүселәргә 300 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк вәғәҙә итә. Йәшлек ру сәхифәһе яҙыуынса интернетта башҡорттарға ҡаршы, милләтара низах тыуҙырыусы ике сәхифә эшләй. “Әгәр артабанда шулай дауам итһә, башҡорт халҡы уларға ҡаршы күтәрелеүе ихтимал. Был иһә Рәсәй уртаһындағы насар тенденция. Эске эштәр министрлығының махсус бүлекмәләре тарафынан милләт-ара низах тыуҙырыусы сәхифәләр эшмәкәрлеге сикләнмәүе лә һорау тыуҙыра”. Йәшлек ру сәхифәһе шулай тип яҙа.