Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан байрам концерты үтте.
Унда башҡаланың иң яҡшы фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин һәм башҡа милли ансамбль вәкилдәре үҙ сығыштары менән бар халыҡтар ҙа берҙәм икәнлеген күрһәтергә тырышты.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн сәйәси яҡтан файҙаланмай ҡалыу республика хакимиәттәре сәйәсәтенә тап килмәҫ инее. Шуға ла Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт кәңәшсеһе Сергей Лаврентьевтың килеүе осраҡлы түгел.