Башҡортостан конституцияһына 15 йыл

Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияларын ҡабул итеүгә быйыл 15 йыл.
Ошо айҡанлы республика президенты 24-се декабрҙә Өфөлә тантаналы ултырыш үткәрергә ҡушты. Унда сығымдарҙы ҡаплау сығанаҡтарын билдәләргә, мәғлүмәти-аналитик йыйынтыҡтар баҫтырыу, бынан тыш, Башҡортостан конституцияһын ҡабул итеүҙең 15 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәреү бурысы ла ҡуйылған.