Башҡортостанда Эйрбас, Боинг осҡостарын төҙәтәсәктәр

Башҡортостанда Эйрбас, Боинг кеүек сит ил самолеттарын хеҙмәтләндереү буйынса халыҡ-ара стандарттарға яуап биреүсе үҙәк төҙөләсәк.
Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев Израилдың “Бэдэк Авэйшен групп” фирмаһының генераль директоры Дени Клейман етәкселегендәге делегация ағзалары менән осрашыуында килешелде.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев билдәләүенсә, һауа транспорты өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло. Иҡтисади һөҙөмтәлелектән тыш, берлектәге проект мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Сөнки һауа транспортын хеҙмәтләндереү үҙәген төҙөү республикаға өҫтәлмә 500 урынға тиклем яңы эш урындарын асыу мөмкинлеген дә бирәсәк.

Израиль компанияһы самолеттарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә доньяның иң ҡеүәтле биш фирмаһы исемлегендә һәм был йүнәлештә улар 60 йыллыҡ тәжрибәгә эйә. “Бэдэк Авэйшэн групп” компанияһы етәксеһе Дени Клейман әйтеүенсә, һауа транспорты буйынса берлектәге үҙәк төҙөү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған.