Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан газета хеҙмәткәрҙәре һәм уны яратып уҡыусылар Нур татар дәүләт драма театрына йыйылды.
Өмөт газетаһының йыл да тиражы юғары кимәлдә һаҡлана - 30 мең дана тирәһе. Был инде татар телендә йәштәр өсөн сыҡҡан газетаның һәр саҡ заман менән бергә атлауын, ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсъәләләргә етди иғтибар биреүен дәлилләй.
Юбилей кисәһендә газета тураһында йылы һүҙҙәр күп яңғыраны. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, газетаның 30 кешенән торған коллективы ҙур эш башҡара. Мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад һәм әлбиттә, йәштәр тормошо. Был йүнәлештәрҙең барыһы ла “Өмөт” газетаһында объектив яҡтыртыла.