Өфө юридик институтында һәләк булған Дағыстан егетенең ғаиләһе өсөн был көндәр ысын мәғәнәһендә бик ҡыҙыуға әйләнде.
Бөгөн үлгән егеттең атаһы улының мәйетен алып ҡайтыр өсөн Өфөгә килде. Әммә ул хәбәрселәр менән аралашыуҙан ҡырҡа баш тартты.
Рәсәй прокуратураһы тикшереү комитетының Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәре Светлана Абрамова белдереүенсә, шартлатҡыс шартлау һөҙөмтәһендә беренсе курста уҡыусы курсант һәләк булыу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт ҡылыуҙа шикләнеп 18 йәшлек курсант ҡулға алынған.
Рәсәй прокуратураһы тикшереү комитетының Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәре Светлана Абрамова әйтеүенсә, шартлатҡыс ябай ҡабыҙғыстан эшләнгән. Яраланған курсанттың хәлен табип-травмотолог Марат Мөслимов ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен тәфтишселәр курстанттар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, милләр-ара низағ менән аңлата.