Наркотиктар менән сауҙа итеүсе төркөм ҡулға алынды

Махсус операция барышында наркотиктар әйләнешен күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бер төркөм йәштәрҙең Стәрлетамаҡта һәм күрше район-ҡалаларҙа наркотиктар менән сауҙа итеүен асыҡлай.
Уларҙы ҡулға алыу буйынса махсус операция үткәрергә ҡарар ителә. Уның барышында бер-нисә килограмм героин, хәрби граната, автомат патрондары тартып алына. Ҡулға алыныусыларҙың барыһының да шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылыуы асыҡлана. Уҙған йылда накрполицейскиҙар тарафынан республикала 144 килограмм наркотик, шул иҫәптән 28 килограмдан ашыу героин тартып алынған.

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2008 йылда наркотиктарға бәйле 2 мең 413 енәйәт асыҡланған, шуларҙың 1 мең 700-ҙән ашыуы наркотик һәм психотроп матдәләр менән законһыҙ сауҙа иткән өсөн. Республика наркополицейскийҙары Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, шулай уҡ Башҡортостан өсөн тәғәйенләнгән 12 халыҡ-ара каналдың юлын япҡан. Йәмғеһе 1 мең 574 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Судҡа ебәреләгән 680 эш буйынса 891 кеше яуаплыҡҡа тартырылған, 240 кеше иркенән мәхрүм ителгән.