Республика президенты Мортаза Рәхимовтың был аҙнала вазифаһынан китеүе ихтимал.
Был хаҡта республика президенты хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанып “Ведомости” сәхифәһе хәбәр итте. Рәсәй президенты хакимиәтендә лә был хәбәрҙе раҫлағандар. Башҡортостандағы проблема көн кеүек асыҡ, был аҙналамы, һуңғараҡмы уны хәл итәсәктәр тигән ул.
Республика президенты вазифаһына Санкт-Петербург хакимиәтенең торлаҡ комитеты рәйесе Юнис Лоҡманов һәм Федерация шураһы ағзаһы Рудик Исҡужин дәғүә итә.
Сәхифә мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Юнис Лоҡмановҡа 48 йәш, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Юнис Лоҡманов рәсми рәүештә президент булыу тураһында белдермәгән. Һеҙгә шундай тәҡдим булдымы тигән һорауға Комментарияһыҙ тип яуап биргән. Юнис Лоҡманов милләте буйынса татар. Рәсәй президентының Идел буйы федераль округындағы вәкиле аппаратынан хәбәр итеүҙәренә, милләткә ҡарап республикала йәшәүсе милләттәр өсөн мәсьәләне идеаль хәл итеү юлын тәҡдим итеүе бик ҡыйын.
Хәбәр ителеүенсә, Лоҡманов Рәсәй президенты Дмитрий Медведев менән дә, Рәсәй президентының Идел буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота менән осрашҡан. Республика президенты иһә отставка тураһында белдермәй.
Ул Австрия лотореяһы фирмаһы етәкселеге менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Был компания Рәсәйҙә тәүгеләрҙән Башҡортостанда махсус лоторея программаһын бойомға ашыра башланы. Фекер алышыуҙа Австрия фирмаһы вәкилдәре Башҡортостанда был лоторея һатыла башлауын белдерҙе.
Компания әле үк 20 кешене эш менән тәъмин иткән. Быйыл фирмала эшләүселәр һаны 50-гә етәсәк. Башҡортостан президенты билдәләүенсә, иҡтисади көрсөк мәлендә был ыңғай күренеш. Австрия лотореяһы фирмаһы етәксеһе Карл Штос әфәнде белдереүенсә, 2010-сы йылға ул етәкселек иткән компанияның Башҡортостандағы бүлексәһенең тауар әйләнеше 50 миллион евроға етерегә тейеш. Был инде урындағы ҡаҙнаға өҫтәмә килем тигән һүҙ.