Ҡыйыҡтан төшкән боҙ өсөн кем яуаплы?

Өфөлә ҡыйыҡ башынан боҙ төшөп бер ҡатындың һәләк булыуы тураһында инде хәбәр иткәйнек.
Март баштарында 5-се дауахана башынан боҙ төшөп үтеп барған ханым вафат булғайны. Прокуратура фажиғә сәбәптәрен тикшергәндән һуң ғәйепле тип дауахананы билдәләгән. Уның баш табибына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.