Йәштәр фәне көнө уҙасаҡ

13-15 май республикала йәштәр фәне көндәре уҙғарыу ҡарала.
Уның сиктәрендә йәш ғалимдарҙың ҡаҙаныштары, инновация проекттарының күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Йәштәр фәне көндәрен уҙғарыу тураһындағы ҡарар 2009 йылдың 30 мартында ҡабул ителгәйне.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Илдус Илешев әйтеүенсә, йәштәр фәне көнө Башҡортостанда инновациялар үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Йәштәр фәне көндәренә рәсми рәүештә милли йәштәр театрында старт бирелергә тейеш. Ошонда уҡ инновациялар күргәҙмәһе лә эшләйәсәк.

Башҡортостан фәндәр академияһының “Баштехинформ” мәғлүмәт комплексында йәш ғалимдарҙың ҡаҙаныштары менән яҡындан танышырға, ә 14 майҙа вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашырға мөмкин. Башҡортостан фәне үҫеше, уның киләсәге менән волга буйы федераль округы вәкилдәренә лә яҡындан танышыу форсаты бар был көндәрҙә. Республикала төбәк йәш ғалимдарының тәүге форумы ойошторола.

Башҡортостандың йәш ғалимдары советы рәйесе Айрат Нәҙеров әйтеүенсә, фәнни асыштар, яңы проект һәм эшләнмәләр өлкәһендә йәштәрҙең әүҙемлеген иҫәпкә алып уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә кәрәк, ә йәштәр фәне көнө бары тик күргәҙмәләр менән сикләнмәһен өсөн маҡсатлы саралар мәлендә йәш ғалимдар менән диалогты нығытыу мөһим.