Баймаҡта көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Зыян иҫәпләнә.
Урындан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, синоптиктарҙың дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүе арҡаһында, төбәк халҡы дауылға әҙер булмай сыҡҡан. Көслө ел биналарҙың ҡыйығын алып ташлай, ҡайһы бер йорттарҙа ут һүндерелә, һыу булмай. Дауылда 4 хуэалыҡ зыян күрҙе, ти район хакимиәте вәкиле Азат Аҡсабаев.