Был көндө профсоюздар ҙа, берләшкән оппозиция ла урамдарға меңләгән кешене сығарырға вәғәҙә итә.
Ошо уңайҙан хатта профсоюздар лидеры Сәмерханов әфәнде журналистарҙы ла йыйҙы. Эш, хеҙмәт хаҡы, лайыҡлы тормош. Профсоюздарҙың лозунгтары шулай. Сәмерханов әфәнде әйтеүенсә, профсоюздар ярҙамында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса 410 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарылған, беренсе ғинуарҙан йәш белгестәрҙең окладтарына 20 процентлыҡ өҫтәмә билдәләнгән.
Ҡалған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн профсоюздар халыҡты урамдарға сығырға саҡыра. Әммә улар оппозиция митингына ҡушылмаясағы тураһында белдерә. Тәртипһеҙлектәр ихтималлығын күҙ уңында тотоп республика милицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Киң мәғлүмәт сараларында иһә икенсерәк төрлө пропаганда башланды. Митингтарҙа мөмкин тиклем аҙыраҡ халыҡ ҡатнашһын өсөн синоптиктар баҡсаға барырға, көндәрҙең тиҙҙән һыуытасағы, ямғырҙар башланасағы тураһында иҫкәртәләр.