Башҡортостанда “Милли матбуғат аҙналығы” башланды

Уның барышында төбәк газет-журналдарына яҙылыу ойошторола, төрлө кисәләр үткәрелә.
Аҙналыҡ маҡсаты – милли матбуғат сараларын киңерәк таратыу, уҡыусылар һанын күбәйтеү, тиражды арттырыу. Республикала башҡорт, татар, рус, удмурт, сыуаш телдәрендә газеталар бар. Уларҙың дөйөм һаны бер нисә йөҙ мең дана менән иҫәпләнә.