Мостай Кәрим ижадына арналған әҙәби марафон башланды

“Тыуған еремдең осраҡлы ҡунағы түгелмен” тигән күләмле сара шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.
Ул яҙыусының тыуған ере – Шишмә районы Келәш ауылынан башланып китә һәм артабан республика буйлап дауам итә. Унда милли китапхана фондында һаҡланған материалдарҙан төҙөлгән күсмә күргәҙмә лә эшләйәсәк. Республика марафоны район-ҡала китапханалары араһында иғлан ителгән конкурстың һуңғы этабы булып тора.

Бәйге барышында китапханалар билдәле башҡорт яҙыусыһының тормош һәм ижад юлы тураһында кисәләр әҙерләп күрһәтте. Марафон еңеүсе учреждениелар аша уҙа.