Ойошма республика президенты Мортаза Рәхимовҡа, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәләр юллаған.
Иттифаҡ башлығы Фәүзил Маликов әйтеүенсә, үҙаллылыҡ өсөн көрәштә башҡорт йәштәр ойошмалары бик күп эш башҡарған. Хәҙер барлыҡ өлгәшелгәндәрҙе юҡҡа сығарыуҙан ҡурсаларға кәрәк.
Был мөрәжәғәтнамә Рәсәй конституция мәхкәмәһе милли республикаларҙың төп ҡануында суверенитет төшөнсәһен алып ташларға тигән фарманына һуң яҙылды тине Фәүзил Маликов.
Башҡорт йәштәр иттифағы лидеры башҡа милли ойошмалар, Башҡортостан халыҡтары асамблеяһы ла ярҙам итер тигән өмөттә.