Тағы бер финанс пирамида емерелде

Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан даими иҫкәртеүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, аферистар тоҙағына эләгеүселәр табылып тора.
Йылына 45-60% килем вәғәҙә итеп Өфөлә ике ир кеше халыҡтан 80 миллион һум аҡса йыйып алған. Уларға башлыса пенсионерҙар үҙҙәренең һуңғы аҡсаларын алып барып биргән.

Аферистар икеһе лә ҡулға алынған, уларға ҡарата ҙур күләмдә мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған. Салауатта иһә телефон аша төрлө бүләк отоу тураһында мәғлүмәт биреп аҡса йыйыусылар тотолған.

48 йәшлек ҡатын акция һөҙөмтәләре буйынса ҙүр бүләк - автомобилгә эйә булыуы тураһында хәбәр ала. Һөҙөмтәлә, ул 22 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.