Шүлгәнташта яңы ҡунаҡхана

Шүлгәнташ мәмерйәһенә килеүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған ҡунаҡханала ял итә ала.
Күптән түгел тәбиғәт ҡомартҡыһы янындағы Морат туғайы ауыл хакимиәте биләмәһе ҡарамағына күсерелеп, бында туризм буйынса ҙур проект ғәмәлгә ашырыла башланы.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мөхәррәм Ҡасҡынбаев әйтеүенсә, төбәктә туризмды үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ағиҙел буйлап туристар өсөн махсус туҡталыштар ҙа барлыҡҡа киләсәк.