Субсидия юллаусылар арта

Республикала күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә субсидия юллаусылар һаны арта.
Күрһәткестәр яҡынса 5 %-ҡа күтәрелгән. Республика субсидиялар үҙәге белгестәре әйтеүенсә, был хәл халыҡтың үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға өйрәнеүе һәм хоҡуҡи белем кимәле күтәрелеүе менән бәйле.

Закон буйынса айлыҡ килем йәшәү минимумынан түбән тип табылғанда коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр өлөшләтә дәүләт тарафынан ҡаплана. Бынан тыш, субсидия алыу өсөн ғаиләнең дөйөм табыш күләменән 22 % торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн тотонолғанын да раҫлау мөһим.

Республика субсидиялар үҙәге белгестәре әйтеүенсә, финанс кризис осоронда дәүләт ярҙамы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла белгестәр айлыҡ килеме түбән тип иҫәпләнгән ҡатламға субсидиялар бүлеүгә етди иғтибар бирә.