Һыу буйҙарында ирҙәр үлә

Ял ысын мәғәнәһендә ял булараҡ үтһен өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҙә етә, айырыуса йәйге эҫе осорҙа һыу янында иғтибарлы булырға кәрәк.
Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә, эскән килеш һыуға төшмәҫкә һәм балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа - был турала һәр кем яҡшы белә, әммә талаптарҙы инҡар итеүселәр табылып тора, ти Башҡортостандың бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы үҙәге етәксеһе Венер Шиһапов.

Быйылғы миҙгелдә республикала 57 пляж һәм 174 ял итеү урыны билдәләнгән. Махсус төҙөлгән комиссия тарафынан уларҙың барыһы ла ентекле тикшереү үткән, урындарҙағы белгестәр һыу инеү урындарында йылға-күл төптәрен таҙартҡан, һыу инеү сиктәре билдәләнгән Республика йылға күлдәрендә йәй башынан 100-гә яҡын кеше батып үлгән. Уларҙың күбеһе үҫмерҙәр, ир-егеттәр.