Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөнә арналған күргәҙмә асылды

Бында район - ҡалаларҙа ғәмәлгә ашырылған аҙ ҡатлы торлаҡ проекттары, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, ҡорамалдар менән танышырға мөмкин.
Экспофорумда бөтәһе 120 предприятие ҡатнаша, улар араһында Мәскәү, Һамар, Түбәнге Новгород, Свердлау өлкәләре компаниялары бар.

Киләһе 5 йылда Өфөлә бер квадрат метры уртаса 10-14 мең һум тороусы 5 мең йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Планға ярашлы, Шамонино ауылында 2013-сө йылға тиклем барлығы 1 мең 200, Жуковола 800 социаль йорт төҙөү ҡарала. Өйҙәрҙән тыш, бында мәктәп, балалар баҡсаһы, Һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм күңел асыу учреждениелары, ғөмүмән, бар социаль обьекттар ҙа ҡороласаҡ.

Быйыл республика көнөндә Шамонино һәм Жуково ауылдарында төҙөлгән шәхси йорттарҙың тәүгеләре - барлығы 4 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.