Быйылғы Ураҙа байрамы Иглин ҡасабаһы халҡында мәсет асыу тантанаһы менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Ҡасабала икенсе мәсет үҙ ишектәрен асты.
Яңы мәхәллә лә мәҙрәсәлә эшләйәсәк. Бында теләгән һәр кем ғәрәп теленә, ислам дине нигеҙҙәренә өйрәнә аласаҡ. Мәсет ҡасабаның яңы биҫтәһендә һалынған. Уны төҙөүҙә район хакимиәте, эшҡыуарҙар һәм ябай халыҡ та әүҙем ҡатнашты, Аҡбирҙе мәсете имам хатибы Рөстәм хәҙрәт.
Яңы мәсет һалыу, мәҙрәсә асыу ниәте яңы мәхәлләнең муллаһы Закуан Хәҙрәт Әхмәҙиев башланғысы менән тормошҡа аша. Иман йортона нигеҙ бынан биш йыл элек һалына. Ошо йылдар дауамында ул хәйер һәм башҡа ярҙам арҡаһында күтәрелә. Бинаны һуңғы ике ай эсендә биҙәкләү һәм төҙөкләндереү эше дәррәү башҡарыла. Был эшкә район башлыҡы Ришат Исхаҡов үҙе ҡушыла.
Мәсет асыу тантанаһына ҡасабаның олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Иманлы халыҡ йәшәгән төбәктән бәрәкәт китмәҫ тигән һүҙҙәр күп яңғыраны унда. Мәсет төҙөу һәм асыу ул халыҡтың рухи өлгөргәнлеген күрһәтеүсе билдә, тине сығыш яһаусылар. Иман йортона йыйылған халыҡ беренсе намаҙҙы уҡыны. Һуңынан байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды.