Башҡалала бөгөн бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре – уҡытыусы, табиптарға, башҡа һөнәр эйәләренә социаль торлаҡ асҡыстары тапшырылды.
Республика көнө алдынан 80 кеше фатирлы булды. Бөгөн Күгәрсен районында журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттарын тәбрикләнеләр.
Быйыл наградаға өс кеше лайыҡ булды. Баһалама комиссияһы «Башҡортостан радиоһы» комментаторы Флүрә Солтанованың «Оло Башҡортостан», «Алыҫ араларҙы яҡынайтып» тапшырыуҙары циклын юғары баһаланы.
Премия шулай уҡ Таһир Ишкининға «Аҙна шаңдауы» мәҡәләләр серияһы өсөн бирелде. Лауреаттарҙың өсөнсөһө - Юрий ЕргИн. Ул архив материалдарын туплап, ваҡытлы матбуғаттағы көнүҙәк сығыштары өсөн бүләкләнә.
Журналистар премияһы Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тапшырыла.