Дмитрий Медведевтың мөрәжәғәтнәмәһенә республикала реакция үҙен оҙаҡ көттөрмәне.
Рәсәй президенты Дмитрий Медведев бөгөн Федераль йыйылышҡа йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. Республика президенты мөрәжәғәтнәмәлә ҡуйылған маҡсаттарҙы хупланы һәм Дмитрий Медведевтың иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу, көрсөктән сығыу юлдарын камиллаштырыу, нанотехнологиялар өлкәләрендәге бурыстары ғәмәлгә ашырылыр тигән ышаныс белдерҙе.
Республика президентының мөрәжәғәтнәмәгә ҡарата фекере «Берҙәм Рәсәй» партияһының яңы программа проектына ҡарата ҡарашы менән ауаздаш. Унда Мортаза Рәхимов федерализмды ваҡытынан алда ерләмәҫкә саҡырғайны. Ил етәкселәре халыҡ өҫтөндә уйланылмаған сәйәси һәм социаль тәжрибәләр үткәрергә тейеш түгел, тип иҫәпләй Мортаза Ғөбәйҙулла улы.
Республика президенты федерализм хаҡында бер һүҙ булмау сәбәпле борсолоу ҙа белдерә. Мортаза Рәхимов урындағы башланғыстарҙы үҫтереү кәрәклегенә лә баҫым яһай. Бар һалымдарҙы ла үҙәккә тулы күләмдә күсереп торғанда халыҡтың дәрте юғала, тигән фекерҙә ул.
Бюджетара мөнәсәбәттәр илдең бар ҡала-ауылдарын үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш. Республика президенты билдәләүенсә, уңыш теоретик бәхәстәрҙә түгел, ә ғәмәлдәге эштәр менән килә.